Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВ Сафа Хөзәм улы

Просмотров: 433

ХӘСӘНОВ Сафа Хөзәм улы [26.6. 1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Өмөтбай а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 24.9.1973, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Йәлембәт а.], кавалерист, өлкән лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курсын тамамлаған (1942). 1933 й. алып Стәрлебаш р‑нының “Ҡыҙыл Тау” к‑зында эшләй: бригадир, 1940 й. башлап рәйес. 1938—40 йй. һәм 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Брянск, Ялан, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкы миномёт взводы ком. гвардия кесе лейтенанты Х. 1943 й. 27 сент. Белоруссия ССР‑ының Нивки а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1948 й. башлап Стәрлебаш р‑нында эшләй: Стәрлебаш район советы башҡарма ком‑тының бүлек мөдире, 1950 й. — “Коммунизмға” к‑зы рәйесе, 1958 й. – Һарайҫа, Стәрлебаш а/c, Күндерәк ауыл ҡулланыусылары йәмғиәте рәйесе. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлебаш р‑нының Стәрлебаш а. Х. исеме м‑н урам аталған, район хакимиәте бинаһына уға мемориаль таҡтаташ, Йәлембәт һәм Стәрлебаш аа. һәйкәлдәр ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019