Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БЕРЁЗОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл

Просмотров: 320

ЯҢЫ БЕРЁЗОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 366 кеше; 1920 – 439; 1939 – 473; 1959 – 170; 1989 – 94; 2002 – 122; 2010 — 94 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. уртаһында Өфөөйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Берёзовка/Иҫке Берёзовка а. алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 36 йортта 261 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Ивановка, Чумаковка, Ястребовка исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. бакалея һәм шарап кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019