Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БИКМӘТ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 316

ЯҢЫ БИКМӘТ, Борай р‑нындағы ауыл, Вострецов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 100 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 782 кеше; 1920 – 1031; 1939 – 1145; 1959 – 1052; 1989 – 613; 2002 – 567; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Салҡаҡ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мә­ҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1859 й. араһында Бөрөөйәҙе Эске‑Йылан улусы Бикмәт а. (хәҙ. Иҫке Бикмәт а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 55 йортта 321 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019