Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БИКТАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 331

ЯҢЫ БИКТАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Сухоречка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 41 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 27 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 774 кеше; 1920 – 996; 1939 – 875; 1959 – 451; 1989 – 346; 2002 – 363; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бикта(ы)ш исеме м‑н нигеҙ һала. 1782 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Вятка наместниклығы Кесе Нурмый а. хеҙмәтле татарҙар һәм Силәбе өйәҙе Ҡара‑Табын улусынан керҙәш башҡорттар күсеп ултырған. Тәүге төпләнеүсе мулла Бикташ Биктәев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Мостафа (керҙәш башҡорт Мостафа Һатылғанов исеме б‑са), Биктәш, Биктә(а)ш‑Мостафа исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 24 йортта 116 кеше йәшәгән, 1865 й. 94 йортта — 532 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, перәник бешереү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. 20 б. башында нигеҙләнгән Яңы Мостафа (Бикташ) бүлендек ауылы м‑н Яңы Биктәк исемле бер ауылға ҡушылған. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ғ.Ҡ.Ҡасимов, Ғ.Ғ. Әхмәтшин ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019