Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВА Зилара Муллайән ҡыҙы

Просмотров: 526

ХӘСӘНОВА Зилара Муллайән ҡыҙы (5.12.1935, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Яңы Мөслим а.), үҫемлектәр физиологы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), биол. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Мәсетле р‑ны 1‑се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы. 1960 й. алып ВЛКСМ‑дың Баш‑н өлкә ком‑тында, 1966–69 йй. БДУ‑ның уҡыу‑уҡытыу бүлеге начальнигы. 1972 й. — БАХИ‑ла; 1973 й. — БДПУ‑ла: 1976 й. тиклем тәбиғәт‑геогр. ф‑ты деканы, 1980–88 йй. ботаника каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тирә‑яҡ мөхиттең экстремаль факторҙарының үҫемлектәргә йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан сәсеү алдынан орлоҡтарҙы таж һымаҡ зарядһыҙланған электр ҡырында эшкәртеүҙең яҙғы, ужым бойҙайы һ.б. үҫеүенә һәм уңдырышлылығына тәьҫире тикшерелә; электр ҡырының эндоген фитогормондар активлығына йоғонтоһо асыҡлана. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: О механизме биологического действия электрического поля на растения. Уфа, 1995 (авторҙ.); Из опыта выращивания Echinacea purpurea в Республике Башкортостан. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019