Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВА Лилиә Әнәс ҡыҙы

Просмотров: 387

ХӘСӘНОВА Лилиә Әнәс ҡыҙы (29.6. 1962, Өфө), микробиолог. Биол. ф. д‑ры (1996), Реймс ун‑ты д‑ры (Франция, 1998), проф. (1999). З.М.Хәсәнованың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) ЛДУ‑ла эшләй. 1989 й. алып БДУ‑ла (1995 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 2004 й. башлап БДПУ‑ла (2006–10 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 2005–06 йй. И.М.Губкин ис. Рәсәй нефть һәм газ ун‑тында (Мәскәү) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге ауыр металл иондары киң спектрының ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө микроорганизмдарҙы зарарлаусы тәьҫирен (токсик шок) өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан тирә‑яҡ мөхиттәге экстремаль факторҙар шарттарында структур һәм физиол.‑биохимик интеграция контексында металл­иондарҙың күҙәнәктәр ойошторолоу кимәлендәге йоғонтоһонан барлыҡҡа килгән зарарланыу механизмдары концепциялары эшләнә. 7‑се “Metal Ions in Biology and Medicine” Халыҡ­ара симпозиумын (С.‑Петербург, 2002) ойоштороусы һәм рәйесе, БР‑ҙа Халыҡ‑ара йога көндәрен (Өфө, 2016—17) ойоштороусы һәм етәксеһе. “Башҡортостан—Һиндостан” дуҫлыҡ йәмғиәте президенты (2016 й. алып). 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Metal Ions in Biology and Medicine. Paris, 1998–2008. Vol. 5, 7, 8, 10 (авторҙ.); Эконапиток на основе башкирского мёда и яблочного уксуса //Пчеловодство. 2017. №8 (авторҙ).

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019