Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 509

ЯҢЫ БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 553 кеше; 1920 – 795; 1939 – 645; 1959 – 453; 1989 – 227; 2002 – 261; 2010 — 274 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы Үрге һәм Түб. Бишенде аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 75 йортта 437 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ 3 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019