Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БОРМА, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 352

ЯҢЫ БОРМА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 448 кеше; 1920 – 577; 1939 – 435; 1959 – 354; 1989 – 228; 2002 – 246; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Борма а. кешеләре нигеҙ һала, 19 б. уртаһынан билдәле. 1865 й. 52 йортта 277 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1868 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019