Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БӨРТӨК, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 354

ЯҢЫ БӨРТӨК, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 61 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Тектәм й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 535 кеше; 1920 — 636; 1939 — 776; 1959 — 762; 1989 — 499; 2002 — 565; 2010 — 527 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы Бөртөк а. (хәҙ. Иҫке Бөртөк а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 10 йортта 64 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 254 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019