Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВТАРҘЫҢ ҒАИЛӘ ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛЕ

Просмотров: 430

ХӘСӘНОВТАРҘЫҢ ҒАИЛӘ ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛЕ. 1981 й. Баймаҡ р‑ны Түб. Яйыҡбай а. ойошторола, 1983 й. алып Халыҡ ижады үҙәгенә (Баймаҡ ҡ.) ҡарай. 2002 й. “халыҡ” исемен ала. Составына 2—80 йәшлек 70‑тән ашыу кеше инә. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары (“Буранбай”, “Сибай”, “Урал”, “Эскадрон”) һәм таҡмаҡтар (“Сума өйрәк, сума ҡаҙ”, “Өйрәккәйем”), таҡмаҡҡа бейеүҙәр (“Ҡыҙыл яулыҡ”, “Шаян малай һамағы”), халыҡ бейеүҙәре (“Байыҡ”, “Перовский”, “Циалковский”), бәйеттәр, мөнәжәттәр, театрлаштырылған тамашалар (“Минең ғаиләм — минең байлығым”, “Сәскә ат, атайсалым Баймағым”, “Хәсәновтарҙа ҡунаҡта”), ш. иҫ. башҡорттарҙың йолаларын тергеҙгән тамаша­лар (“Балаға исем ҡушыу”, “Ҡарынға ит төрөү”) һ.б. бар. БДБ, Балтия илдәренең һәм Рәсәй төбәктәренең халыҡ‑ара спорт үҫмерҙәр уйындары сиктәрендә “Рәсәй ҡунаҡтарҙы сәләмләй” (“Россия приветствует гостей”) Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнаша (Мәскәү, 2002). “Бергәләп татыу ғаилә” (“Вместе дружная семья”) бөтә Рәсәй телевизион конкурсы (1983), “Рәсәй ғаиләһе” (“Семья России”) ғаилә сәнғәт ижады фестивале (2002), “Ғаилә — Рәсәй ғорурлығы” (“Семья — гордость России”) ғаиләләр фестиваль‑конкурсы (2008; бөтәһе лә — Мәскәү), “Ғаилә мозаикаһы” респ. ғаилә халыҡ ижады фестивале (1998), “Башҡортостан — Урал ынйыһы” халыҡ ижады форумы (2005), “Яратам һине, тормош!” оло быуын кешеләренең үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивале (2018, Гран‑при; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты; “Ашҡаҙар таңдары” Респ. башҡорт фольклоры байрамы дипломанты (Стәрлетамаҡ ҡ., 2008). Б.Вәлид ис. пр. лауреаты (2007). Ойоштороусылары — Р.С. һәм С.Р. Хәсәновтар. Художество етәксеһе — Р.С.Бәхтиева.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019