Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНШИН Данил Дәүләтша улы

Просмотров: 398

ХӘСӘНШИН Данил Дәүләтша улы (22.8.1937, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Сүлте а.), композитор. РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Ҡазан консерваторияһын тамамлаған (1972; А.С.Леман класы). 1957 й. алып Илеш р‑нының Үрге Йәркәй урта мәктәбендә, 1964—65 йй. Благовещен пед. уч‑щеһында, 1972 й. башлап ӨДСИ‑лә, 1974—83 йй. 4‑се балалар музыка мәктәбендә (Өфө) уҡыта. Х. сәнғәтендә хәҙ. композиция техникаһы м‑н башҡорт муз. фольклоры элементтары уңышлы берләштерелә. Уның “Байрамда” (1978), “Сәләм” (2005) увертюраларына, симфоник оркестр өсөн “Әйтеш” (“Айтыш”; 1998), фп. м‑н оркестр өсөн (1988) концерттарына, “Урал иртәһе” симфоник поэмаһына (1995) һ.б. композиция идеяһының оригиналлеге, полифония алымдарының ҡатмарлылығы, күп планлы фактура хас. Х. симфонияларында [№4 “Бәйет тыуыу” (“Рождение баита”), 1998; №5 “Бәләкәй һәм ҙур балалар өсөн симфония” (“Симфония для маленьких и больших детей”), 2007; №7 “Торналар тураһында притча” (“Притча о журавлях”), 2016] оркестровка инструменталь тембрҙарҙың көтөлмәгән бәйләнеше, сағыу сонор ысулдар м‑н айырылып тора. Ижадында махсус урын биләгән хор музыкаһы күп яҡлы фактура, үҫешкән оркестр полифонияһы м‑н билдәләнә: балалар хоры өсөн “Һөҙгәк быҙау” (“Бодливый телёнок”; 2000) кантатаһы, хор һәм симфоник оркестр өсөн “Уйҙырма” (“Небылица”; 2004) концерты һәм “Урал улдары” (“Сыны Урала”; 2007) 6‑сы симфонияһы (бөтәһе лә — халыҡ һүҙҙәре). Халыҡ һүҙҙәренә “Халыҡ тормошо күренештәре” ораторияһында (1978) Х. тарафынан башҡорт музыкаһы тарихында тәүге тапҡыр 20 б. композиция техникалары (сонорика, полиритмия, политоналлек, полимодаллек һ.б.) ҡулланыла. A cappella ҡатын‑ҡыҙҙар хоры өсөн “Көнсы­ғыш поэзияһынан” (“Из восточной поэзии”; 2002) кантатаһында милли колорит импрессионистик ҡараштағы пентатоника саралары м‑н бирелә, хор фактураһы оркестр музыкаһына хас булған колоритлы алымдар м‑н байытыла. Камера‑инструменталь жанр әҫәрҙәрендә Х. иғтибарын атоналлеккә (флейта, фп. һәм клавесин өсөн “Концерт‑медитация”, 1996), додекафонияға (Фп. өсөн соната, 2000) йүнәлтә; фп. өсөн “Рапсодия‑бәйет” (“Рапсодия‑баит”) һәм “Соната‑ҡобайыр” (“Соната‑кубаир”; икеһе лә — 2008) әҫәрҙәре уның ижадында неофольклор йүнәлешенең өлгөләре булып тора. Балалар музыкаһы лирик рух, сағыу образлылыҡ м‑н айырыла (йырҙар, хор әҫәрҙәре һәм инструменталь пьесалар). ГДР‑ҙа БАССР мәҙәниәте (Галле ҡ., 1986), ТАССР‑ҙа БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте (Ҡазан, 1989) көндәрендә ҡатнаша.

Әҫәрҙ.: Тыуған яҡ моңдары: йырҙар. Өфө, 1987; Ай янында яҡты йондоҙ: (йырҙар, дуэттар һәм романстар). Өфө, 1999; Йыр китабы=Книга для пения. Өфө, 2014. Әҙәб.: Композитор Данил Хасаншин: статьи и материалы. Уфа, 2013.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019