Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БҮРЕС, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 429

ЯҢЫ БҮРЕС, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 702 кеше; 1920 — 918; 1939 — 725; 1959 — 351; 1989 — 300; 2002 — 252; 2010 — 242 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Йәлдәк улусы Бүрес а. типтәрҙәре нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында ш. уҡ өйәҙҙең Сураш а. типтәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултырған). Шулай уҡ Б(М)әләкәс исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 57 йортта 305 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019