Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БӘПЕС, Т а ш б а ш, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 295

ЯҢЫ БӘПЕС, Т а ш б а ш, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Бәпес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Төкөн т. юл ст. Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 280; 1939 — 508; 1959 — 220; 1989 — 183; 2002 — 183; 2010 — 163 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Стәрлетамаҡөйәҙе Бишауыл‑Табын улусы Бәпес а. (хәҙ. Иҫке Бәпес а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 32 йортта 208 кеше йәшәгән. Мөгәзәй булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019