Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦИКОРИЙ

Просмотров: 678

ЦИКОРИЙ, быуын сәскә (Cichorium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Баш­ҡортостанда ябай Ц. үҫә. Тамырҙары үҫешкән, һөт кеүек һуты булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы тура, тарбаҡлы, ғәҙәттә шырт йәки бөҙрә төклө, бейеклеге 30—120 см. Япраҡтары йәшел йәки күгелйем йәшел төҫтә, ике яғында ла бөҙрә төктәр була; аҫҡылары — ҡауырһын һымаҡ теленмәнән алып бөтөнгә тиклем, ситтәре киртләсле, ҡанатлы һабы бар; өҫкө япраҡтары аҙ һанлы, ланцет формаһында, һабаҡты тотош уратып ала, ҡолаҡсынлы. Кәрзинкәләре күп һанлы, һабаҡ осонда яңғыҙ йәки өйкөм була, урта һәм өҫкө һабаҡ япраҡтарының ҡуйынында урынлашҡан. Урама япраҡсаларының ситтәре керпексәле; тышҡылары — йомортҡа-ланцет рәүешле, осло; эскеләре — ҡыяҡ. Сәскәләре асыҡ зәңгәр, эре, тел япраҡлы, 5 киртләсле яҫы бөгөлөшө бар, урама япраҡсаларынан 2 тапҡыр оҙонораҡ. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ҡыҫҡа өлпөлө орлоҡса, июль—сент. өлгөрә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөнән тыш респ. бөтә терр-яһы буйлап ҡоро болондарҙа, эзбизташлы яланғаслыҡтарҙа, аҡландарҙа һәм урман ситтәрендә, сәсеүлектәрҙә, баҫыуҙар, торлаҡтар эргәһендә, юлдар буйында үҫә. Ашарға яраҡлы, баллы, дарыу, мал аҙығы үҫемлеге.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019