ЦЫБИН Иван Максимович
ЦЫБИН Иван Максимович (12.8. 1922, Ҡырғыҙ АССР-ының Яңы Фёдоровка а. — 26.7.1996, Ырымбур өлк. Добровольское а.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып М.И.Калинин ис. к-зда (Ырымбур өлк.) эшләй. 1943 й. июленән Ялан фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52-се армияның 254-се уҡсылар див. 936-сы уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой Ц. 1943 й. 1 окт. Украина ССР-ының Крещатик а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1948) БР-ҙың Фёдоровка р-нында Иҙәк-Никитин а/с рәйесе, 1966 й. алып Покровка а. янғын һағы нач. булып эшләй. Ленин (1944), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м-н бүләкләнгән.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин