Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧАНЫШЕВ Яҡуп Йыһангир улы

Просмотров: 655

ЧАНЫШЕВ Яҡуп Йыһангир улы [27.2.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Туҡай а. (БР-ҙың Ауырғазы р-ны) — 7.11.1987, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1944). Чанышевтар нәҫеленән. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы (1937 й. сығарыла, 1940 й. яңынан алына). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. (1934), К.Е. Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. (1943; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1913—17 йй. рус армияһында, прапорщик; 1919 й. алып Совет Армияһында. 1913—17 йй. 3-сө гвардия Варшава див. 3-сө лейб- гвардия артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә, 1919 й. апр. башлап 1-се Волга буйы татарҙары айырым уҡсылар бригадаһында: батарея ком. һәм артиллерия дивизионының хәрби комиссары, һуңыраҡ бригаданың хәрби комиссары; 1920 й. июненән Фирғәнә ғәскәрҙәре төркөмөнөң 6-сы айырым уҡсылар бригадаһы хәрби комиссары. 1925—32 йй. 1-се Ҡазан уҡсылар див. ком. һәм комиссары. 1942 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 103-сө уҡсылар див. ком., 1943 й. февр. алып Төньяҡ-Көнбайыш фронтта 68-се армия командующийы урынбаҫары, 1944 й. мартынан 1-се Белоруссия фронтында 96-сы уҡсылар корпусы командиры. 1947—57 йй. К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. курстар начальнигы. 1958 й. алып отставкала. 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, Ленин (1945, 1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 1-се дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) орд., сит ил орд. м-н бүләкләнгән. Тукай а. уның исеме урамға бирелгән.

Хеҙм.: Вспоминая былые походы. Казань,1973.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019