ЧАНЫШЕВА Зөлфирә Зәки ҡыҙы
ЧАНЫШЕВА Зөлфирә Зәки ҡыҙы (16.12.1946, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (2007), проф. (2014). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2007). БДУ-ны (1969), Мәскәү сит телдәр пед. ин-ты эргәһендәге Юғары пед. курстарҙы (1974) тамамлаған. 1969 й. алып БДУ-ла эшләй: 1981—85 йй., 1996—97 йй., 1998—99 йй. ингл. теле каф. мөдире, 1988— 90 йй. ингл. филол. каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2004—12 йй. роман-герман филол. ф-ты деканы урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре лингвокультурология, лексикография, тәржемә итеү теорияһы проблемаларына арналған. 140-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Средства создания скрытой информации в тексте. Уфа, 2000; Этнокультурные основания лексической семантики. Уфа, 2004; Проблемы исследования корпореальной семантики. Уфа, 2017.
Р.З.Мерәҫов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов