Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧАНЫШЕВА Фәниә Ғафар ҡыҙы

Просмотров: 701

ЧАНЫШЕВА (Рамаҙанова) Фәниә Ғафар ҡыҙы (1.9.1926, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Күҙәй а., хәҙ. БР-ҙың Бүздәк р-ны Күҙәй а. — 14.4.2018, Өфө, мосолман зыяратында ерләнгән), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1980). К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1949) 1951 й. тиклем Ҡыйғы р-нының Абзай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1952—53 йй. Башҡ-н дәүләт нәшриәте хеҙм-ре. “Ғүмер миҙгелдәре” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1974 й. сыға. Ч. ижадына нескә лиризм, романтик күтәренкелек хас. “Боҙ һәм ялҡын” (1984) шиғри, “Мөхәббәт менән осрашыу” (1986), “Һағышлы һуҡмаҡтар” (1992) һ.б. проза йыйынтыҡтары авторы. “Хәтерҙәге яҡты миҙгелдәр” китабында (2013) М.Кәрим, С.Ҡудаш, Н.Нәжми, Р.Ниғмәти һ.б. т-да иҫтәлектәр бирелгән. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Ч. шиғырҙарына Т.М.Шәрипов һ.б. комп. тарафынан йырҙар яҙылған. Ғ.Й. Рамаҙанов ис. пр. лауреаты (2006).

Әҫәрҙ.: Көзге чәчәкләр: шиғырлар. Уфа, 1996; Ғүмерем баҡсаһы. Өфө, 2001; Замандаш­тар: мәҡәләләр, ижади портреттар һәм иҫтәлектәр. Өфө, 2009; Көзге чәчәкләр: шигырьләр. Уфа, 1996.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019