Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧАНЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле

Просмотров: 646

ЧАНЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Жаныш (Чаныш) мырҙа. 17 б. 1-се ярт. Ҡасим ханлығында хеҙмәт итә. 18 б. 50-се йй. Ч. нәҫеле вәкилдәре Воронеж губ. Ырымбур губернаһына күсеп килә. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы б-са мосолман мырҙалары м-н бергә Ч. дворянлыҡтан мәхрүм ителә. Императрица Екатерина II 1784 й. 22 февр. һәм 1796 й. 15 майындағы исемле указдары б-са уларға дворян дәрәжәһе кире ҡайтарыла. Билдәлеләре: Ибраһим Биктимер улы Ч., прапорщик. Титулярный советник. 1777 й. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы аҫаба башҡорттарынан ер һатып ала; уның туғаны Мостафа Биктимер улы Ч., Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ибраһим Биктимер улы Ч. улы — Сөләймән Ибраһим улы Ч. (суҡындырылғандан һуң Владимир Александрович Ч.), капитан (1821). 1806 й. алып Ырымбур гарнизон полкында хеҙмәт итә. 4-се дәрәжә Изге Георгий орд. м-н бүләкләнгән.

18 б. Ч. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 4-се киҫәгенә яҙылған. Шулай уҡ Р.Р.Чанышев, Я.Й. Чанышев, Ф.Ғ.Чанышева Ч. нәҫеленә ҡарай.

Ә.Ғ.Тереғолов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019