ЧАПАЕВ Василий Иванович
ЧАПАЕВ Василий Иванович (28.1. 1887, Ҡазан губ. Будайки а. — 5.9.1919, Урал өлк. Лбищенск ҡ. янында), революция хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. 1908 й. алып, 1914—16 йй. рус армияһында, подпрапорщик; 1918—19 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1918 й. ғин. алып Һарытау губернаһы Николаевск өйәҙенең эске эштәр халыҡ комиссары, ҡыҙыл гвардеецтар отрядын ойоштора, крәҫтиәндәрҙең большевиктарға ҡаршы ихтилалдарын баҫтырыуға етәкселек итә. Май айынан Пугачёв бригадаһына, сент. башлап 2-се Николаевск уҡсылар дивизияһына етәкселек итә. 1919 й. ғин. алып Айырым Александр-Гай бригадаһы, апр. башлап Егерме бишенсе уҡсылар дивизияһы ком., дивизия 9 июндә Өфөнө А.В.Колчак ғәскәрҙәренән азат итә һәм июлдән Уральск ҡ. өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Лбищенск ҡ. обороналау ваҡытында яралана, һәләк була. 1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се дәрәжә Георгий тәреләре, Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1919). Ч. исеме м-н БР-ҙа һәм РФ-та урамдар һәм торама пункттар аталған. Егерме бишенсе Чапаев дивизияһының йорт-музейында уға һәйкәл ҡуйылған.
Әҙәб.: К у т я к о в И.С. Боевой путь Чапаева. 4-е изд. Куйбышев, 1969.
И.Ф.Плотников
Тәрж. М.Х.Хужин