ЧАШКИН, Ҡалтасы р-нындағы ауыл
848
ЧАШКИН, Ҡалтасы р-нындағы ауыл, Әмзебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 20 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 223; 1939 — 196; 1959 — 169; 1989 — 104; 2002 — 107; 2010 — 88 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).
Ауылға Бөрө өйәҙендә мариҙар нигеҙ һала, 1786 й. башлап билдәле. 1795 й. 28 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 22 йортта — 131 кеше. Игенселек, малс-ҡ, умарт-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.
В.А.Акиев
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: