Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧВАНОВ Михаил Андреевич

Просмотров: 634

ЧВАНОВ Михаил Андреевич (25.7.1944, БАССР-ҙың Салауат районы Иҫке Михайловка а., хәҙер БР-ҙың шул уҡ районы Малаяҙ а.), яҙыусы. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2021). РФ‑тың (2002), БР‑ҙың (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1967) “Ленинец” гәзитендә бүлек мөдире, 1975 й. алып Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәре, 1978—82 йй. БАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, 1992 й. башлап С.Т.Аксаков йорт-музейы (Өфө ҡ.) директоры. “Башҡортостан: бәхетле 13 сәфәр” (“Башкирия: 13 счастливых дорог”) исемле тәүге очерктар китабы 1973 й. сыға. “Штурман Альбановтың сере” (“Загадка штурмана Альбанова”; 1981) романы, “Бала саҡҡа билет” (“Билет в детство”), “Китәм, хушлашмайым” (“Ухожу, не прощаюсь”; икеһе лә — 1980), “Өҙөлгән меридиан” (“Разорванный меридиан”; 1989) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Дүртәүҙән-дүртәү тауҙар араһында” (“Четверо наедине с горами”; 1977) хикәйәләр йыйынтығы, “Ер йөҙөндәге шатлыҡтарҙы алып китмәйем мин...” (“Не унесу я радости земной”; 1978) очерктар китабы һ.б. авторы. Ч. ижадына лиризм менән публицистиканың ҡушылыуы, хәҙерге йәмғиәт проблемалары тураһында фәлсәфәүи уйланыу хас. “Башҡортостанда Аксаков булған урындар” (“Аксаковские места в Башкирии”; 1976), “Әгәр балалар кеүек булмаһағыҙ...” (“Если не будете как дети...”; 1990), “Тамырҙар һәм олон: мин Аксаковта булдым” (“Корни и крона: я был в Аксакове”; 1991) һ.б. әҫәрҙәре С.Т.Аксаковтың һәм уның улдары К.С. һәм И.С. Аксаковтарҙың (ҡара: Аксаковтар) тормошо һәм ижадына арналған. “Ваҡыт Йылғаһы үренә табан” (“Вверх по Реке Времени”; 2009) повестар һәм хикәйәләр йыйынтығында яҙыусы урыҫ милли рухиәтенең сығанаҡтарын асып бирә. Ч. әҫәрҙәре башҡ. теленә Р.Ф.Байбулатов тарафынан тәржемә ителгән. Спелеологик экспедиция составында Сумған мәмерйәһен һ.б. өйрәнеүҙә ҡатнаша. Аксаков фондына (1992) нигеҙ һалыусы һәм рәйесе. Ғ. Сәләм (1982), В.П.Бирюков (1980), К.Симонов (2000), С.Т.Аксаков (2002) исемендәге премиялар, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы (2006), Э.Володин исемендәге “Империя мәҙәниәте” (2009), “Алтын витязь” Халыҡ-ара әҙәби форум (2014) премиялары лауреаты. Почёт (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014), Салауат Юлаев (2019), Григорий Аксаков (2021) ордендары менән бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Я сам иду на твой костёр: повесть. Уфа, 1982; Время Концов и Начал: повесть, рассказы, публицистика. Уфа, 1994; Русский крест. М., 2010.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022