Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕВЕРЁВ Александр Михайлович

Просмотров: 393

ЧЕВЕРЁВ Александр Михайлович (6.11.1889, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Берда казактар отрубы — 2.10.1921, Өфө), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1908 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур ҡала уч-щеһын тамамлаған. Өфөлә И.И.Гутман з-дында, Әстерхан ҡ. грузчик, Донбасста — шахтёр, Чита т. юл оҫтаханаларында слесарь булып эшләй. Революцион йөкмәткеле листовкалар һәм әҙәбиәт таратыуҙа ҡатнаша. РСДРП-ның Чита ком-ты хәрби дружинаһы ағзаһы. 1914 й. алып Эҫем з-дында слесарь. Февраль революцияһынан һуң РСДРП(б)-ның Эҫем ком-ты, Минйәр округ ком-ты президиумы, 1917 й. июненән Өфө ком-ты, Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советының башҡарма ком-ты, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Өфө губерна штабы ағзаһы. Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡарамағындағы револю­цияға ҡаршы сығыштарҙы баҫтырыу б-са Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының махсус отряды командиры. 1918 й. Бәләбәй, Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрендә крәҫтиәндәр сығыштарын [ҡара: Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21)] баҫтырыуға етәкселек итә. Ағиҙел-Кама һыу бассейнының һаҡсылар ғәскәре командующийы. 1919 й. дек. алып РСФСР-ҙың Айырым эске һаҡ ғәскәрҙәре, 1920 й. башлап Эске хеҙмәт ғәскәрҙәренең 27-се уҡсылар бригадаһы, 1921 й. — 101-се уҡсылар бригадаһы ком., Әзербайжан ССР-ының Мәскәүҙәге хәрби вәкиле, сент. башлап РСФСР-ҙың Алыҫ Көнсығыш республикаһындағы хәрби вәкиле. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1918).

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019