Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕЛПАНОВСКИЙ Анатолий Фёдорович

Просмотров: 404

ЧЕЛПАНОВСКИЙ Анатолий Фёдорович (24.4.1936, Харьков ҡ. — 29.4.2005, Ишембай ҡ.), инженер-механик. Алтай политехник ин-тын тамамлаған (Барнаул ҡ., 1963). 1955—56 йй. һәм 1958 й. алып Алтай трактор з-дында, 1963 й. — машиналар эшләү з-дында (икеһе лә — Рубцовск ҡ.) эшләй. 1981 й. башлап Ишембай “Витязь” транспорт машиналары эшләү з-дында: КБ нач., төп инженер, бүлек нач., бюро начальнигы. ДТ-10П һәм ДТ-30П йөҙмә сылбырлы тәгәрмәсле ике звенолы транспортёрҙар эшләп сығарыуҙа һәм сериялы етештереүҙә ҡатнаша. 4 уйлап табыу авторы. РФ-тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1994).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019