Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕПИКОВ Константин Романович

Просмотров: 453

ЧЕПИКОВ Константин Романович (25.12.1900, Смоленск губ. Владимир а. — 24.7.1989, Мәскәү), геолог. СССР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1953), геол.-минералогия ф. д-ры (1944). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1971), СССР-ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1980). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү тау акад. тамамлаған (1929). 1934 й. алып “Востокнефть” тресының баш геологы, 1935—39 йй. идарасыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре Төньяҡ Кавказ, Себер, Сахалиндың стратиграфияһы, литологияһы, тектоникаһы, нефть һәм газ коллекторҙары формалашыу, нефть һәм газ миграцияһы, нефтле һәм газлы булыу перспективаларын баһалау мәсьәләләренә арналған. Ч. тарафынан беренсе тапҡыр Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһында девон ултырмаларының перспективалы бу­лыуы иҫбатланған, Туймазы нефтле структураһы асылған. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1946). Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954, 1975), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м-н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019