Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРЕПАХИН Сергей Павлович

Просмотров: 489

ЧЕРЕПАХИН Сергей Павлович [1.10.1923, БАССР-ҙың Бөрө кантоны Байҡы а. (БР-ҙың Ҡариҙел р-ны) — 4.2.1989, Өфө, БАССР-ҙың Дыуан р-ны Октябрьский ҡсб ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8-се гвардия армияһының 74-се гвардия уҡсылар див. 240-сы гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчёты ком. гвардия сержанты Ч. 1945 й. 19 ғин. Лодзь ҡ., 23 февр. Познань ҡ. (икеһе лә — Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1947) Дыуан р-нында Йүрүҙән урман сәнәғәте хужалығында эшләй, 1957 й. алып күсмә электростанциялар электромеханигы; 1970—83 йй. Октябрьский ҡ. урман пунктының стационар электростанцияһында эшләй. Ленин (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3-сө дәрәжә Дан (1945) орд. м-н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ч. уҡыған урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Дыуан р-нының Мәсәғүт а. урамға уның исеме бирелгән.

Н.И.Черепанова

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019