Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРКАСКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 433

ЧЕРКАСКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ, һуң бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 15— 12 бб. ҡарай, иртә (б.э.т. 15—14 бб.) һәм һуң (б.э.т. 13—12 бб.) осорҙарға бүленә. Черкаскүл ярындағы (Силәбе өлк.) Черкаскүл II торамаһы исеме м-н аталған. Андрон мәҙәни-тарихи берлегенә инә. Башлыса Урал аръяғының тау-урман райондарында (Берёзки V, Липовая курья, Приплодный Лог, Таулыҡай торамаһы һ.б.) һәм Урал алдында таралған. Башҡортостанда 18-гә яҡын торама һәм 4 ҡәберлек асыҡланған, улар Ағиҙел, Кама йй. түбәнге ағымында, Әй, Ыҡ, Йүрүҙән йй. басс. (Йүкәлекүл торамаһы һ.б.) тупланған. Торамалар йылғаларҙың (Урал алды) һәм күлдәрҙең (Урал аръяғы) ҡалҡыу урындарында урынлашҡан. 1—3 асыҡ усағы һәм 1—3 ишеге булған тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр йәки каркас-бағана конструкциялы ер өҫтө ҡоролмалары (майҙаны 20—40 м2, 160—180 м2) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика муйыны тышҡа ҡарай бөгөлгән, тальк ҡушылған балсыҡтан эшләнгән һәм шыма, һирәкләп тешле штамп эҙҙәре, һыҙып, баҫып төшөрөлгән ҡатмарлы семәрҙәр, ҡыя һыҙыҡтар, өсмөйөштәр, ромбтар м-н биҙәлгән туҫтаҡ рәүешендәге яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡылары тупраҡ өйөп яһалған ҡурғандарҙан һәм таш кәртәләре булған ҡурғанһыҙ ҡәберлектәрҙән тора; парлап һәм бер нисә мәйетте бергә ерләү осрай. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 1 м ашыу) бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғаһына һалып, башы м-н көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән; Ч.м. һуңғы этабында кремациялау йолаһы осрай. Ҡорбан ашы һалынған һауыттарҙың һәм хайуан һөйәктәренең булыуы — ерләү йолаһының мөһим һыҙаты. Табылдыҡтар ҡорал (бронза бысаҡтар, кельттар, һөңгө, ҡыҫҡа һөңгө остары, уҡ башаҡтары, таш уҡ башаҡтары), эш ҡоралдарынан (бронза ураҡтар, тәпкеләр, һөйәк энәләр һәм беҙҙәр, балсыҡтан ҡойоу формалары), биҙәүестәрҙән (бронза сикә сулпылары) ғибәрәт. К.В.Сальников фекере б-са, Ч.м. Урал аръяғының урманлы райондарында неолит осороноң урындағы ҡәбиләләре нигеҙендә формалашҡан һәм Фёдоровка мәҙәниәте м-н бер үк ваҡытта үҙ аллы мәҙәниәт булып үҫешкән; С.А.Григорьев, А.В.Матвеев б-са — Фёдоровка мәҙәниәте, М.Ф. Обыдённов, А.Шорина фекере б-са Аят, Коптяк, Фёдоровка мәҙәниәттәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Ч.м. барлыҡҡа килеүенә уғыр ҡәбиләләре (ҡара: Фин-уғыр ҡәбиләләре) булышлыҡ иткән. Бура мәҙәниәте ҡәбиләләре м-н бәйләнештәре теркәлгән. Ч.м. ҡәбиләләре Ҡормантау мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте, Сарғары мәҙәниәте халыҡтарын формалаштырған компоненттарҙың береһе булған. Игенселек, һыйырсылыҡһәм металл эшкәртеү м-н шөғөлләнгәндәр. Ч.м. тикшереүселәр: Григорьев, М.Ф. Косарев, Матвеев, Т.С.Малютина, Обыдённов, Сальников, Шорин һ.б.

Әҙәб.: О б ы д ё н о в М.Ф. У истоков уральских народов: экономика, культура, искусство, этногенез. Уфа, 1997.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019