ЧЕРМАСАН, үлән сорты
ЧЕРМАСАН, аҡ ҡандала үләне сорты. 1988 й. Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев, В.А.Михеев тарафынан урындағы ҡырағай ҡандала үләнен оҙайлы культуралаштырыу һәм артабан күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Төньяҡ экологик ярым төргә ҡарай. Һабағы 2 м
тиклем бейеклектә, төҙ, ныҡ тармаҡлы. 37—45%-ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы эре, өсәрле, ҡатмарлы. Сәскәлеге — уртаса тығыҙлыҡтағы ҡуйын тәлгәше. Сәскәһе аҡ төҫтә, оҙон тығыҙ тәлгәшкә йыйылған. Ҡуҙағы бер орлоҡло, ҡуйы һоро төҫтә, селтәрле-йыйырсыҡлы һүрәте бар. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,7—1,9 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, уртаса һуң өлгөрә, бер аҙ онло ысыҡ м-н зарарлана; ҡара тупраҡта һәм аҙ серетмәле көлһыу тупраҡта яҡшы үҫә, татырлы ерҙә үҫергә һәләтле. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га, 2 сабып алыуҙа): йәшел масса — 252, орлоҡ — 8—10; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 19,7% сей протеин бар (Бүздәк сорт һынау участкаһы, 1985—88). РФ һәм БР б-са ҡулланылышҡа 1993 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.
Ғ.Ҡ.Зарипова
Тәрж. Г.А.Миһранова