Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРНИКОВСК, ҡала

Просмотров: 659

ЧЕРНИКОВСК, ҡала, 1956 й. алып Өфө эсендә урынлашҡан.

Ҡалаға 1931 й. Өфө мотор з-дын (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), таҡта ярыу һәм Фанер з-дтарын (ҡара: Өфө фанер комбинаты), Өфө крекинг-заводын (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы), Өфө крекинг-заводы һәм Өфө мотор з-ды ТЭЦ-тарын (ҡара: Өфө ТЭЦ-тары), 1-се Май ис. Өфө шырпы ф-каһын (ҡара: “Өфө шырпылары”) һ.б. төҙөүгә бәйле Черниковка эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1936 й. башлап Өфө составына инә, 1938 й. — Өфөнөң Сталин р-ны. 1944 й. соц.-иҡт. һәм сәнәғәт үҫешенә бәйле Черниковск ҡ. үҙгәртелә. Хәҙер Өфөнөң Калинин, Орджоникидзе р-ндары һәм Октябрь р-нының бер өлөшө терр-яһы. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 49; 1948 й. дек. — 96,9; 1956 — 215,5. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ч. эвакуацияланған пр-тиелар, айырым цехтар һәм ҡулайламалар урынлашҡан (ҡара: Өфө электролампа заводы — Яҡтылыҡ, “Уфахимпром” һ.б.). 1954 й. 14 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 19 дауалау-иҫкәртеү учреждениеһы, 1955 й. ш. уҡ 29 дөйөм белем биреү мәктәбе, Нефть ин-ты (ҡара: Нефть техник университеты), Нефть техникумы, Медицина уч-щеһы (ҡара: Медицина училище­һы №2) эшләгән. Ҡаланың иҡт. нигеҙен ағас эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, машиналар эшләүһ.б. тәшкил иткән. 30—40-сы йй. Ч. эсенә Аничков, Воробьёвка, Дежнев, Каловка, Курочкин, Лопатин, Максимовка, Оло Красная Глинка, Сипайлов, Сосновка, Тужиловка, Ураков, Черниковка, Яңы Александровка, Моторный (ҡара: Богородский) ауылдары, Черниковка станцияһы ҡасабаһы һ.б. ингән.

С.С.Таһиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019