Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРНОВА Виктория Владимировна

Просмотров: 409

ЧЕРНОВА Виктория Владимировна (30.12.1981, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2001). БР-ҙың күренекле спортсыһы (2001). Өфөнөң 20-се ДЮСШ һәм “Луч” күреү б-са инвалидтарҙың спорт- тергеҙеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.С.Романов). 800 һәм 5000 м йүгереүҙә Паралимпия уйындарының бронза призёры (2000). Күреү б-са спортсы-инвалидтар араһында 800; 1500; 3000 һәм 5000 м йүгереүҙә күп тапҡыр Рәсәй чемп. (1995—2010), 5000 м йүгереүҙә Бөтә донъя инвалидтар уйындарының көмөш призёры (2003), Европа чемпионаттарының көмөш (1997, 2003) һәм бронза (1997, 2003) призёры, донъя чемпио­наттарының бронза призёры (1998, 2002). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2 тапҡыр, 1997). Ҡыҙҙар араһында Европа чемп. (1994). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997 й. алып). 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м-н бүләкләнгән (2002).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019