Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРНОВ‑ШЕР Александр Александрович

Просмотров: 507

ЧЕРНОВ‑ШЕР Александр Александрович (4.11.1863, Түб. Новгород ҡ. — 2.5.1948, Өфө), йырсы (драматик тенор), педагог. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). 1892—96 йй. С.-Петербург консерваторияһында уҡыған. 1892 й. алып Киев, Мәскәү, Сембер, С.-Пе­тербург, Харьков, Һарытау ҡҡ. театрҙарында эшләй. 1917 й. башлап Өфөлә: 1918 й. алып Урыҫ музыка йәмғиәтенең Өфө бүлексәһендә музыка кластары, 1922 й. — Башҡорт музыка уч-щеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1917—25 йй. Тимер юлсылар клубы эргәһендәге хор түңәрәге етәксеһе. Камил вокаль техникаға, артислыҡ һәләтенә эйә булған. Төп партиялары: Герман (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, П.И.Чайковский), Хосе (“Кармен”, Ж.Бизе), Канио (“Мәҙәкселәр” — “Паяцы”, Р.Леонкавалло). Респ. халыҡ артисы Л.В. Собинов, Ф.И.Шаляпин һ.б. м-н сығыш яһаған. Респ. вокал класы б-са тәүге педагогтарҙың береһе. Уҡыусылары араһында Н.А.Болотов, БАССР-ҙың атҡ. артистары З.А. Бутакова, Г.И.Кидуль, З.З.Илбаева, Г.М. Пищаев, А.В.Сутягин, БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-рҙәре С.А. Вәлидова, Л.Ф.Чавдарова-Штейнкопф бар. 20-се йй. Башҡорт музыка техникумында М.И.Андржеевская, С.А. Попов һ.б. м-н бергә камера концерттарын ойошторған һәм уларҙа ҡатнашҡан.

Э.Әәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019