Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРНОЛЕС, Өфө р-нындағы ауыл

Просмотров: 393

ЧЕРНОЛЕС, Өфө р-нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.-Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 114 кеше; 1959 — 302; 1989 — 725; 2002 — 905; 2010 — 1118 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Ч. — Өфө тәжрибә-производство хужалығының үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20-се йй. Өфө кантонында ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 16 йорт теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала. С.А. Щербинин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019