Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЁРНЫЙ, һырт

Просмотров: 393

ЧЁРНЫЙ, Ҡ ы р а ҡ а, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР-ҙың Белорет р-ны һәм Силәбе өлк. буйлап Бәҙәреш (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) һәм Ләмәҙ йй. араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 16 км, БР-ҙа — 14 км, киңлеге 4—6 км, абс. бейеклеге 773 м. Бейеклеге 383—773 м булған 5 түбәһе бар. Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора; көнбайыш битләүе ҡаялы, Ләмәҙ й. ҡарай ҡапыл өҙөлә, көнсығыш битләүе һөҙәк. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы тоҡомдарынан (аркозлы һәм полимикт ҡомташтар, гравелиттар, конгломераттар) ғибәрәт. Ч. итәгенән Бәҙәреш һәм Ләмәҙ (Чёрный й.) йылғаларының ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро урман һәм көрән тау тупраҡтарындағы киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандарҙан тора.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019