ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович
ЧЕРНЯКОВ Иосиф Михайлович [7.4.1929, Урал өлк. (Силәбе өлк.) Троицк ҡ.], инженер-төҙөүсе. РФ-тың (1993) һәм БАССР-ҙың (1979) атҡ. төҙөүсеһе. Урал политехник ин-тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1960). 1942 — 47 йй. Троицк ҡ. эшләй. 1951 й. алып Киров район торлаҡ идаралығының ремонтлау контораһында (Өфө) техник-төҙөүсе. 1954 й. башлап 3-сө төҙөлөш тресында: 4-се төҙөлөш идаралығы мастеры, 1961 й. — 5-се төҙөлөш идаралығы, 1964 й. — 4-се төҙөлөш идаралығы баш инженеры, 1973—2000 йй. 2-се төҙөлөш идаралығы начальнигы. Ч. етәкс. сәнәғәт һәм соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, ш. иҫ. “БЭТО”, “Гидравлика”, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, Башкорт драма театры, Өфөлә Спорт һарайы, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, төҙөлгән. СССР МС-ы пр. лауреаты (1982). “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1971).
Тәрж. А.Н.Күсеев