Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА АУЫЛЫ, Әлшәй р-нындағы ауыл

Просмотров: 651

ЧЕХОВ А.П. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА АУЫЛЫ, Әлшәй р-нындағы ауыл, Воздвиженка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 47 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.-Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 — 30 кеше; 1939 — 404; 1959 — 434; 1989 — 215; 2002 — 214; 2010 — 168 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Воздвиженка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Андреевка ҡымыҙ м-н дауалау йорто эргәһендә ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 20-се йй. алып А.П. Чехов ис. курорт ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 30-сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл янындағы Әлшәй урман хужалығында ултыртылған ҡарағастар (1911 й.) — тәбиғәт ҡомартҡылары.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019