Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕХОСЛОВАК АЙЫРЫМ КОРПУСЫ

Просмотров: 434

ЧЕХОСЛОВАК АЙЫРЫМ КОРПУСЫ, Беренсе донъя һуғышы осоронда Юғары баш командующий ген. Н.Н.Духонин приказы м-н Көнбайыш фронтҡа күсереү маҡсатында 1917 й. сент. Украинала рус армияһы составында Австро-Венгрия армияһы хәрби әсирҙәре һәм эмигранттарҙан (чехтар һәм словактар) ойошторола. Ч.а.к. составына 1-се гуситтар һәм 2-се Чехословак уҡсылар див. ингән. 1918 й. 15 ғин. корпус Француз армияһы командованиеһы ҡарамағына күсә. 1918 й. 26 мартында РСФСР ХКС-ы һәм Чехословак милли советы араһындағы килешеүгә ярашлы Көнбайыш фронтҡа күсереү өсөн корпус частары Рәсәйҙән Владивосток ҡ. аша эвакуацияланырға тейеш була. Германия хөкүмәте баҫымы, чехословактар һәм Ҡыҙыл Армия һуғышсылары араһындағы инциденттар һөҙөмтәһендә Л.Д. Троцкий корпусты ҡоралһыҙландырыу т-да приказ сығара. Чехословактар буйһоноуҙан баш тарта һәм ихтилал күтәрә, был Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башланыу сәбәптәренең береһе була. Һуғыш хәрәкәттәре барышында корпус 26 майҙа Яңы Николаевск һәм Силәбе, 29 майҙа — Пенза, 30 майҙа — Сызрань, 31 майҙа — Томск, 7 июндә — Омск, 29 июндә — Владивосток, 20 июлдә — Төмән, июлдә — Өфө, Сембер һәм Екатеринбург, авг. Ҡазан ҡҡ. баҫып ала. Июндә Ч.а.к. Башҡорт хөкүмәтенә башҡорт ғәскәре частарын ойоштороуҙа булышлыҡ итә. Көҙөн Германия һәм Австро-Венгрия Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң һәм Чехословак респ. барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә Ч.а.к. Ҡыҙыл Армияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрен туҡтата. 1919 й. яҙынан корпус частары Омскиҙан Иркутскиға тиклем т. юл участ­каһын һаҡлаған. 1920 й. 7 февр. РСФСР хөкүмәте һәм корпус командованиеһы араһында ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ч.а.к. частарын һәм мөлкәтен Владивосток аша эвакуациялау 2 сент. тамамлана. Корпус ком.: ген.-майорҙар В.Н. Шокоров (1917 й. сент. алып), Я.Сыровы (1918 й. авг. алып).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019