Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕЧНЯ, республика

Просмотров: 437

ЧЕЧНЯ, Чечен Республикаһы, РФ субъекты. Төньяҡ Кавказда, Терек һәм Сунжа йй. басс. урынлашҡан. Грузия, Дағстан, Ингушетия, Төньяҡ Осетия—Алания, Ставрополь крайы м-н сиктәш. Баш ҡалаһы — Грозный. Юғары вазифалы кешеһе — республика башлығы. 1922 й. Чечен авт. өлкәһе булараҡ ойошторола, 1934 й. алып Ингуш авт. өлкәһе м-н берләштерелгәндән һуң Чечен-Ингуш авт. өлкәһе (1936 й. башлап һәм 1957 й. — АССР, 1944 й. бөтөрөлгән; 1991 й. алып Республика), 1992 й. Ингушетия Респ. һәм Чечен Респ. үҙгәртелә. 15 район, 5 ҡала, 3 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала. Төньяҡ Кавказ федераль округына инә. Майҙаны — 19,3 мең км2 (Ингушетия Респ. м-н бергә).

Халҡы — 1103,7 мең кеше, ш. иҫ. 0,5 мең башҡорт (2002). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 73,6 кеше/км2. Халыҡтың 33,8%-ы ҡалала йәшәй; ҙур ҡалалары — Грозный, Урус-Мартан, Шали, Гудермес, Аргун. Милли составы (%): чечендар — 93,5, урыҫтар — 3,7 һ.б. Дәүләт телдәре — чечен, урыҫ телдәре.

20 б. 30-сы йй. Ч. белгестәр БАССР терр-яһында нефть б-са геология-разведка эштәрендәһәм уны сәнәғәттә сығарыуҙы ойоштороуҙа ҡатнаша; 1934 й. Ишембай нефть ятҡылығында табылған нефть тәжрибә рәүешендә Грозный НЭЗ-ында эшкәртелгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Благовещен ҡ. Грозныйҙан “Ҡыҙыл сүкеш” з-ды, Ишембай ҡ. Грозный нефть комб-тының 1-се май-абсорбция газолин з-ды, Өфөгә 85-се з-д, “Грознефтепроект” фәнни-проект ин-ты эвакуацияланған. Чернигов кавалерия дивизияһында Советтар Союзы Геройҙары Х.Ч.Дачиев, Х.Магомет-Мирзоев хеҙмәт иткән. 1944 й. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаусыларҙың бер өлөшө Чечен-Ингуш АССР-ына эшкә ебәрелгән. 50-се йй. башында Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына Грозныйҙан ҡо­рамалдар килтерелгән, Өфө синтетик спирт з-ды (ҡара: “Уфаоргсинтез”), 18-се комб-т (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) эшселәре Грозный пр-тиеларында стажировка үткән. “Баш­гипронефтехим” һәм “Грозгипронефтехим” ин-ттары проекттары б-са Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводында катализаторҙар етештереү комплексы, “Башгипробиосинтез” тарафынан Грозный химия з-дында премикстар етештереү объекттары төҙөлгән.

Ч. терр-яһында хәрби хәрәкәттәр (ҡара: Локаль һуғыштар) була, улар һөҙөмтәһендә Башҡортостандан 121 кеше (яҡынса мәғлүмәттәр б-са) һәләк була; Ч. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 1200-ҙән ашыу кеше, ш. иҫ. А.В.Доставалов, А.А.Романов, А.А. Сафронов, В.Е.Трубанов, Влад.Р. Әлимов, күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ була.

БР һәм Ч. араһында Хеҙмәттәшлек т-да килешеүгә ҡул ҡуйылған (2005). 2009 й. алып БР-ҙа Ч. Башлығы вәкиллеге эшләй. Һаулыҡһаҡлау, нефтехимия сәнәғәте, мәғариф, төҙөлөш һ.б. өлкәһендә хеҙмәттәшлек булдырылған. БР м-н Ч. араһында 2009 й. сауҙа әйләнеше 342,9 млн һум тәшкил итә. Экология үҙәге ғалимдары һәм Ч. хөкүмәтенең экология б-са ком-ты хеҙм-рҙәре Ч. терр-яһының экологик торошон өйрәнеү б-са берлектәге тикшеренеүҙәр үткәрә. БР-ҙың ЭЭМ хеҙм-рҙәре Ч. терр-яһында хоҡуҡ тәртибен һаҡлау өсөн командировкаларға ебәрелә (2001 й. алып). “Барт” Чечен ижтимағи- мәҙәни үҙәге эшләй. Чечен мәҙәниәте көндәре (2004), Чечен Респ. “Дуҫлыҡ поезы” дөйөм Рәсәй мәҙәни-мәғ­лүмәт акцияһы (икеһе лә — Өфө); БР вәкилдәре ҡатнашлығында “Рәсәй йондоҙҙары” халыҡтар мәҙәниәте телевизион фестивале (Грозный; икеһе лә — 2005) була. “Каруанһарай” башҡорт фольклор-эстрада төркөмө — Бөтә Рәсәй рок һәм поп-төркөмдәр конкурсы лауреаты (Гудермес, 1991). 2004 й. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында Ч. халҡына 15 меңдән ашыу дана уҡыу-методик һәм нәфис әҙәбиәт; 2007 й. Грозныйҙың үҙәк китапханаларына һәм Ч. архивына 1200 дана китап тапшырылған. Ч. уҡыусылар Баш­ҡортостандың һауыҡтырыу лагерҙарында һәм шифахана-профилакторийҙарында ял итә, студенттар һәм аспиранттар вуздарҙа белем ала. Ч. тыуып үҫкән Н.Н.Репин, С.Н. Хаджиев һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м-н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019