ЧИСТЯКОВА Эльвира Васильевна
774
ЧИСТЯКОВА Эльвира Васильевна (3.5.1938, Новгород-Волынск ҡ. — 20.1.1998, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д-ры (1993), проф. (1996). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1962) 1965 й. тиклем Өфөнөң 1-се дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып Респ. тире-венерология диспансерында, 1969 й. башлап БДМУ-ла (1994 й. — дерматовенерология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге БР-ҙа бәшмәк ауырыуҙарының эпидемиологияһын, енси юл аша йоҡторолған ауырыуҙарҙың соц.-иҡт. үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, балаларҙа эренләткес трихофитияны, хроник дерматоздарҙы һ.б. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеүҙе камиллаштырыуға арналған. 112 фәнни хеҙмәт авторы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

