Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧИШМИНСКАЯ 131, күк гибрид люцерна сорты

Просмотров: 461

ЧИШМИНСКАЯ 131, күк гибрид люцерна сорты. 1984 й. З.М. Шәрипҡолова, Р.Й.Ғәлимуллин, Н.В. Руднев (БНИИЗиС) тарафынан Н.И. Вавилов ис. Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ҒТИ (Ленинград) өлгөләренән экотипик һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Төҙ, киң ҡыуаҡ. Һабағы ныҡ тарбаҡлы, бейеклеге 75—80 см. 41%-ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы ваҡ, эллипсҡа оҡшаш, кире йомортҡа формаһында, төкһөҙ, ҡараһыу йәшел төҫтә. Сәскәһе зәңгәр күк. Сәскәлеге — баш йәки цилиндр һымаҡ тәлгәш. Ҡуҙағы спираль формаһында, эре, 1—3 боролошо бар, һоро һәм ҡараһыу көрән. Орлоғо бөрө һымаҡ, һарғылт һоро. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,9—2,0 г. Уртаса өлгөрөүсе, ҡышҡа сыҙамлы сорт. Ҡоролоҡҡа, йығылыуға, онло ысыҡҡа һәм һоро тутҡа тотороҡло. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 378, бесән — 109, орлоҡ — 3,5; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 17,8% сей протеин бар (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2006—08). БАССР б-са ҡулланылышҡа 1990 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

З.М.Шәрипҡолова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019