Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧИШМИНСКИЙ 84, судан үләне сорты

Просмотров: 478

ЧИШМИНСКИЙ 84, судан үләне сорты. 2000 й. Ф.Х.Лоҡманова, Ә.Н.Биктимеров һ.б. (БНИИСХ) тарафынан шәкәр соргоһының Кинельское 3 һәм судан үләненең Чишминская ранняя сорттарының төр-ара гибридының иң продуктив линияларын һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Һабағының бейеклеге 2,0—2,3 м, төҙ, 5—7 быуын араһы бар, йығылмай. 76%-ҡа тиклемен япраҡ ҡаплаған. Япрағы ҡыяҡ, бөтә үҫемлек буйлап тигеҙ урынлашҡан. Сәскәлеге — ярым ҡыҫылған йәйенке һепертке. Бөртөксәһе ваҡ, бер аҙ ялпаҡ. Орлоғо ҡараһыу ҡыҙылдан алып ҡара ялтырауыҡлы төҫкә тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 13,6 г. Ҡоролоҡҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы, уртаса өлгөрөүсе сорт. Ҡыҙыл бактериаль таптарға тотороҡло. Вегетация осоро 95—115 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 385, бесән — 78, орлоҡ — 27,5; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 7—10% сей протеин, 5—8% шәкәр, 36,7% күҙәнәклек бар (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2001—06). БР б-са ҡулланылышҡа 2003 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ф.Х.Лоҡманова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019