Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧИШМИНСКИЙ ШИРОКОКОЛОСЫЙ 6, арышбаш сорты

Просмотров: 446

ЧИШМИНСКИЙ ШИРОКОКОЛОСЫЙ 6, арышбаш сорты. 1948 й. Х.Н.Фәтҡуллин (Башҡ-н дәүләт селекция ст.) тарафынан Түб. Волга буйы арышбашы өлгөһөнән төркөм һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Сорт һыубаҫар болон экологик төркөмөнә ҡарай. Һабағының бейеклеге 50—70 см, төҙ, һығылмалы. 35 — 40%-ын япраҡ ҡаплаған. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ. Япрағы киң ҡыяҡ, уртаса ҙурлыҡта, һоро-йәшел төҫтә. Сәскәлеге — күп сәскәле башаҡсаларҙан торған ҡырлы башаҡ. Бөртөксәһе оҙонса. Орлоғо һарғылт йәшел йәки һорғолт һары. 1000 орлоғоноң ауырлығы 2 г. Ҡышҡы һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, уртаса өлгөрөүсе сорт. Яҙ көнө үҫеп сыҡҡандан алып беренсе сабыуға тиклем вегетация осоро 60 — 70 көн, орлоҡтары өлгөргәнгә тиклем — 90 —100 көн. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 170, бесән — 18, орлоҡ — 4; 100 кг йәшел масса составында (башаҡланыу фазаһында) 23 мал аҙығы берәмеге, 4 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, 100 кг бесәндә — ошоға ярашлы 49 һәм 7 (Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы, 2000). БАССР б-са ҡулланылышҡа 1951 й. индерелгән. Урал алды дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә.

З.М.Шәрипҡолова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019