Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУГАЕВ Александр Георгиевич

Просмотров: 426

ЧУГАЕВ Александр Георгиевич (29.1.1924, Ейск ҡ. — 1990, Мәскәү), композитор, музыка белгесе, педагог. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1951; Д.Д.Шостакович, Ю.А.Ша­порин һәм В.Я.Шебалин класы). 1947—78 йй. Гнесиндар ис. Музыка уч-щеһында, бер үк ваҡытта 1948 й. алып Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин-тында һәм 1979 й. башлап Мәскәү консерваторияһында уҡыта. Әҫәрҙәре араһында Концерт увертюраһы (1951), “1905 йыл” (“1905 год”) симфоник поэмаһы (1955) һәм Драматик баллада (1957; бөтәһе лә — симфоник оркестр өсөн), Оркестр м-н скрипка өсөн концерт (1962), камера-вокаль һәм камера-инструменталь әҫәрҙәр, кинофильмдарға музыка һ.б. бар. “Ҡара йөҙҙәр” (1965, Х.Ш.Заимов м-н авторҙашлыҡта, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б-са Н.Г.Канин һәм Х.Ф.Мостаев либреттоһы) башҡорт балеты авторы. Фәнни хеҙмәттәре полифония мәсьә­ләләренә арналған.

Хеҙм.: Полифония. М., 1972 (авторҙ.); Особенности строения клавирных фуг Баха. М., 1975.

Әҙәб.: Дараган Д. Александр Чугаев. М., 1958; Махней С.И. Русские композиторы и Башкирия (к проблеме взаимодействия двух культур). Уфа, 2008.

С.И.Махней

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019