Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУЕВА Анна Николаевна

Просмотров: 495

ЧУЕВА Анна Николаевна [22.5.1895, Курск губ. Вязовое а. — 7.7.1973, БАССР-ҙың Күмертау р-ны Ҡунаҡбай а. (БР-ҙың Көйөргәҙе р-ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1929 й. алып Көйөргәҙе р-нының “Алтын башаҡ” к-зында эшләй (1937 й. башлап звено етәксеһе). Ч. звеноһы йәшелсә үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: шәкәр сөгөлдөрөнөң уңдырышлылығы 480 ц/га (1964), кәбеҫтәнең — 800, ҡыярҙың — 400, помидорҙың уңдырышлылығы 390 ц/га (бөтәһе лә — 1965) тәшкил иткән. РСФСР ЮС-ының 2-се, БАССР ЮС-ының 3 — 4-се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1949, 1966). Көйөргәҙе р-ны Молокан а. “Алтын башаҡ” к-зының элекке идараһы бинаһына Ч. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Герасимова Е. Николаевна //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019