Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУЛПАН, ужым арышы сорты

Просмотров: 423

ЧУЛПАН, ужым арышы сорты. 1975 й. С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И. Лещенко, А.М.Власова (БНИИСХ) тарафынан бер нисә гибридтың иң продуктив биотиптарынан ҡатмарлы синтетик популяциялар булдырыу һәм күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Һабағының бейеклеге 75—130 см. Башағының оҙонлоғо 9—13 см, асыҡ һары төҫтә, башлыса орсоҡ һымаҡ, тығыҙлығы уртасанан юғарыраҡ. Ҡылсығы һары, ярым ҡыҫылған, һығылмалы. Орлоғо асыҡ һары, ҡайһы берҙә йәшкелт төҫмөрө бар, оҙонса йәки оҙонса түңәрәк, ярым асыҡ. 1000 орлоғоноң ауырлығы 28—30 г. Аҡһым миҡдары 12,3—13,5%. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа һәм йығылыуға сыҙамлы, һоро һәм һабаҡ тутына, онло ысыҡҡа уртаса тотороҡло. Уңдырышлылығы 68,5 ц/га (Бүздәк р-нының “Уртакүл” с-зы, 1986), 84,0 ц/га (В.В.Докучаев ис. Үҙәк Черноземье һыҙаты а.х. ҒТИ, 1979; Воронеж өлк.). СССР, ш. иҫ. БАССР (бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә), б-са ҡулланылышҡа 1979 й. индерелгән.

Н.И.Лещенко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019