Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУМАКОВ Фёдор Федотович

Просмотров: 414

ЧУМАКОВ Фёдор Федотович (1729 — 1786 й. һуң, Рига наместниклығының Перново ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казактарҙан. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ихтилалға 1773 й. 18 сент. ҡушыла. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. 1773 й. окт. — 1774 й. мартында — Ырымбур ҡ., 1774 й. 22 мартында — Татищев ҡәлғәһе, 1 апр. Һаҡмар ҡаласығы янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. И.А.Творогов, И.П. Федулев м-н берлектә Пугачёвҡа ҡаршы заговор ойоштора, уны ҡулға алыуҙа һәм Яйыҡ ҡаласығына оҙатыуҙа ҡатнаша. Яйыҡ йәшерен комиссияһы, нояб. алып Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. Рига губ. мәңгелек һөргөнгә ебәрелә.

Әҙәб.: Овчинников Р.В. Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковед. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019