Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУНИН Евгений Петрович

Просмотров: 451

ЧУНИН Евгений Петрович [24.2. 1919, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Петропавловка а. (БР-ҙың Ғафури р-ны) — 18.11.1998, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1970). БР-ҙың атҡ. а.х. хеҙм-ре (1996). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ-ны тамамлаған (1956). 1939—40 йй. Баймаҡ р-нының Һәүәнәк с-зында өлкән агроном, 1946 й. алып Ейәнсура р-нының Энәк с-зында баш агроном, 1952 й. — Көйөргәҙе р-нының Мораптал с-зы дир., 1955 й. — Учалы р-нының Байрамғол с-зында баш агроном. 1957 й. башлап БНИИСХ-ла: Шишмә, 1963 й. алып Ҡаҙанғол (1967 й. башлап лаб. мөдире вазифаһын башҡарыусы) тәж.-производство хужалыҡтарында баш агроном, 1972—96 йй. өлкән ғилми хеҙм-р. Фәнни хеҙмәттәре иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары селекцияһына, орлоҡсолоғона һәм агротехникаһына арналған. Ч. тарафынан бойҙайҙың Башкирская 24 сорты сығарылған, БАССР-ҙа бойҙайҙың ҡаты һәм көслө сорттарын үҫтереү һәм юғары сифатлы орлоғон әҙерләү б-са тәҡдимдәр эшләнгән. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Способы посева, нормы высева семян гороха в Башкирской АССР //Зернобобовые культуры. 1964. №4; Направление, методы и результаты селекции твёрдой пшеницы в Баш­кирском НИИ земледелия и селекции полевых культур //Селекция, семеноводство и сортовая агротехника в Башкирии: сб. ст. Уфа, 1984.

Тәрж. А.Н.Күсеев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019