Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧУРАЕВ Рөстәм Нур улы

Просмотров: 405

ЧУРАЕВ Рөстәм Нур улы (7.1. 1947, Ҡазан), генетик. Биол. ф. д-ры (1988), проф. (2004). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). Новосибирск ун-тын тамамлағандан һуң (1970) СССР ФА Себер бүлексәһенең Цитология һәм генетика ин-тында (Новосибирск ҡ.) эшләй. 1982 й. нояб. алып Химия ин-тының, 1983 й. — Биохимия һәм цитохимия бүлегенең лаб. мөдире. 1986 й. башлап Биология ин-тында: дир., 2004 й. алып лаб. мөдире, 2013 й. — ғилми кәңәшсе, 2016 й. — өлкән ғилми хеҙм-р. Фәнни эшмәкәрлеге молекуляр-генетик идара системаларының структураһын һәм функцияһын, гендарҙың экспрессияһын һаҡлау, кодлау һәм уның м-н идара итеүҙең динамик ысулын өйрәнеүгә арналған. Ч. тарафынан йәшәү дәүерендә барлыҡҡа килгән билдәләрҙең нәҫелдән булыу феномендарын асыҡларға һәм Дарвинса булмаған эволюция стратегияларының нигеҙе булып хеҙмәт итергә һәләтле нәҫел берәмектәренең яңы класы (эпигендар) барлығы иҫбатлана, нәҫелдән бирелгән билдәле һәм идара ителмәле динамик үҙенсәлектәре булған ике компонентлы стационар эпиген эшләнә. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Progress in Theoretical Biology. New York [ets.], 1978. Vol.5 (авторҙ.); Molecular Genetic Information Systems. Modelling and Simulation. Berlin, 1983.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019