Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧӘЛӘБИ Мөхәмәт, төрки шағиры

Просмотров: 634

ЧӘЛӘБИ Мөхәмәт, Языжы оғлы Мәхмәт, Язычызада Мәхмәт, Шәйех Мөхә­мәт Бижан, Язычы уғылы Мөхәмәт Чәләби һ.б. (яҡынса 1358—68, Византия — 1451, шунда уҡ), төрки шағиры. “Магариб әз-заман”, “Шәһре фосус әл-хикәм”, “Фатиха тәфсире” агиографик китаптары авторы. “Магариб әз-заман” уның билдәле “Мөхәмәҙиә” (1446—49) хеҙмәтенә нигеҙ булып торған. Китап нағыт жанрында (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе шиғри маҡ­тау) яҙылған. 3 өлөштән тора: донъяның яралыуы, Мөхәммәттең тормошо һәм эшмәкәрлеге, ахыр заман көнө һәм теге донъя тормошо. Мөхәммәт тышҡы һәм эске яҡтан матур булған камил шәхес итеп һүрәтләнә, уның юғары әхлаҡи-этик сифаттары фәһем алырлыҡ байтаҡ ваҡиғалар миҫалында күрһәтелә. Ҡомартҡы суфыйсылыҡ әҙәбиәте ҡанундары м-н һуғарыл­ған, ғосман төркиҙәре телендә яҙылған, унда ғаруздың 8 формаһы ҡулланылған. Урал-Волга буйына әҫәр 17 б. үтеп инә, башҡорттар һәм татарҙар араһында киң тарала. “Мөхәммәҙиә” хеҙмәтенең айырым өлөштәре ятлана һәм әкрен генә көйләнә, һуңыраҡ үҙ аллы әҫәрҙәр булып китә һәм мөнәжәттәр кеүек башҡарыла. Беренсе тапҡыр 1845 й. Ҡазанда баҫыла, революцияға (1917) тиклем 23 тапҡыр нәшер ителә. Иҫке ысуллы мәҙрәсәләрҙә уҡыу әсбабы итеп файҙаланыла.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019