Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЖ

Просмотров: 1184

ХАЖ (ғәр. — изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу), Мәккә ҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) һәм уның боронғо Ҡәғбә ҡорамына барыу. Исламдағы 5 фарыздың береһе булып тора, Ҡорбан байрамы ваҡытына тура килә. Х. йолалары, мосолман риүәйәте б-са, Мөхәммәт тарафынан 632 й. изге урындарға һуңғы ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында билдәләнә. Х. балиғ булған сәләмәт мосолманға фарыз һанала. Ҡатын-ҡыҙҙы Х. ире йәки туғаны оҙатып йөрөргә тейеш. Х. йолаларының эҙлеклелеге: ихрам — махсус рухи сафлыҡ торошон һаҡлау; тауаф — Ҡәғбәне 7 тапҡыр урап сығыу; намаҙ; сәғи — Сафа һәм Мәрүә убалары араһын 7 тапҡыр йүгереп үтеү, Зәмзәм сығанағынан һыу эсеү һәм ҡойоноу; вукуф — Ғәрәфә тауы янында тороу, вәғәз тыңлау һәм ҡат-ҡат доға ҡылыу, Мөздәлифә һәм Мина үҙәндәренә барып, символик рәүештә иблискә таш ырғытыу, Ҡорбан байрамы хөрмәтенә ҡорбан малы килтереү. Х. ҡылған кеше хажи тип аталырға һәм йәшел салма кейергә хоҡуҡ ала. Мәккәгә башҡа ваҡытта барып, бөтә йолаларҙы үтәү (ҡорбан килтереүҙән тыш) кесе Х. (үмрә) тип атала. Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйҙәре, дин әһелдәре, хәлле мосолмандар хаж ҡылған. Совет власы йылдарында изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусылар һаны ҡәтғи регламентлана (СССР-ҙан 20—30 кеше). 20 б. 80-се йй. аҙ. башлап мосолмандар иркенләп Х. барыу мөмкинлеген ала. 2001 й. алып РФ Хөкүмәте ҡарамағында Х. б-са совет эшләй.

М.Ғәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019