Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЖЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы

Просмотров: 670

ХАЖЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Т и р м ә н т а ш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р-ны Хажы а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Хажы Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярындағы Тирмәнтау тауында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа кил­гән. Төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлешле 3 ярустан торған ауыш һәм горизонталь юлдар системаһынан ғибәрәт. Оҙонлоғо 214,0 м, тәрәнлеге 2,0 м, амплитудаһы 16,4 м, майҙаны 373,0 м2, күләме 1034,0 м3. Арка рәүешендәге мәмерйә ауыҙы (киңлеге 1,5 м, бейеклеге 1,0 м) Хажы Шиҙеһе й. кимәленән 150 м бейеклектә ята. Инеү урынынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай тоннель һымаҡ юл китә, уның киңәйгән урыны Өмөт (оҙонлоғо 12 м, киңлеге 8 м, бейеклеге 2—2,5 м) һәм Өмөтһөҙлөк (15 м, 8 м, 7 м) ҡыуыштарын барлыҡҡа килтерә. Өмөтһөҙлөк ҡыуышының төньяҡ-көнбайыш өлөшөнән төньяҡ-көнсығышҡа табан коридор китә, ул төньяҡ-көнбайышҡа борола һәм киңәйгән урын (3 м тиклем) барлыҡҡа килтерә; иҙәнендә йыш ҡына һыу м-н тулған карст уйпатлыҡтары (диам. 1—2 м, тәрәнлеге 0,3 м) осрай. Мәмерйәнең көнсығыш стенаһында Монах бүлмәһе ҡыуышы (оҙонлоғо 6 м, киңлеге 6 м,бейеклеге 3 м) урынлаш­ҡан. Х.м. алыҫтағы өлөшөндә төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай юл (оҙонлоғо 30 м) китә, уның стеналары кальцит м-н ҡапланған, иҙәнендә ваҡ ҡоро гурҙар осрай; көньяҡ-көнбайышта тар ғына ауыш юл (оҙонлоғо 90 м) бар. Түбәһе көмбәҙле, тамсы тамып тора, һарҡып төшкән ҡатламдар сталактит һәм сталагмит ҡалдыҡтарынан ғибәрәт. Иҙәне тигеҙ, ваҡ эзбизташ киҫәктәре булған балсыҡ м-н ҡапланған. Йәй көнө т-раһы 8°С. Х.м. мәмерйә айыуының теше табылған (Spelaearctos spelaeus Rosenmullen & Hеinroth, 1974). Тәүге тапҡыр мәмерйә И.И.Лепёхин тарафынан тикшерелә (1770).

Ю.В.Соколов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019